гранты ФСГО фонд содействия гражданскому обществу

Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

ФОНД СОДЕЙСТВИЯ ГРАЖДАНСКОМУ ОБЩЕСТВУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

О проекте "Бишек"

24 декабря 2020
34
0

????10 декабрь, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «ТАМЫР» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә ойошторған «Бишек - ҙур донъяға ишек» конкурсының еңеүселәрен тәбрикләне! Был проект Башҡортостанда иҫ киткес ижади ҡарашлы, йор телле, оҫта ҡуллы кешеләр йәшәгәнен тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

Кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залын сихри моң урап алды! Сәхнәлә өләсәйҙәр менән ейән-ейәнсәрҙәр дуэты, ҡатнашыусы балаларҙың, ғаиләләрҙең сығыштары, «Тамыр» телеканалының тоғро дуҫтары-бейеү коллективтары, шулай уҡ эстрадабыҙ йондоҙҙары кескәй балалары менән сығыш яһағаны бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ!

❗Тиҙҙән Гала-концерттың видеояҙмаһын БСТ каналында тәҡдим итербеҙ, ә әлегә фотолар!
Рәхмәт, Эдуард Дилмөхәмәтовҡа!
Альбом:https://vk.com/album-48589305_276148565

#Тамыр #БИШЕК

#ФСГОРБ

Для подачи заявки на следующий конкурс жми сюда https://grant.openrepublic.ru/contests/56/

Больше информации о Фонде и проектах в инстаграме @fsgo_rb  или в группе ВКонтакте  https://vk.com/fsgo_rb 

  • О проекте
  • О проекте
  • О проекте
  • О проекте
  • О проекте